logo

Муниципальное казенное учреждение

"Управление культуры и молодежной политики"

муниципального района Бураевский район Республики Башкортостан

Версия для слабовидящих

Боронғо башҡорт йолаһы буйынса «Кәкүк сәйе» байрамы

Бигәнәй ауылында 20 июньдэ боронғо башҡорт йолаһы буйынса «Кәкүк сәйе» байрамы үтте. Сара май-июнь айҙарында беренсе тапҡыр кәкүк ҡысҡырғандан һуң үткәрелгән, унда халыҡ уйындары урын алған, йырҙар һәм бейеүҙәр менән күңел асҡандар.
Ата-бабаларыбыҙ, табиғәт гүзәллегенә һөйөнөп, «Кәкүк сәйе» байрамы үткәргән, рәхәтләнеп күңел асҡандар, башҡорттарҙың яратҡан эсемлеге – тәмле сәй эскәндәр, төрлө күстәнәстәр менән һыйланғандар, бутҡа бешергәндәр.
Бына ошондай йола байрамы үткәрҙек тә инде беҙ. Байрамға олоһо ла, кесеһе лә килде. Ҡадир Халиҡов балаларға һәм өлкәндәргә «Кәкүк сәйе» йола байрамы тураһында һөйләне, тәмле бутҡа һәм сәй менән һыйландыҡ. Сара ҡатнашыусыларҙың күңелдәренә хуш килде.

Колличество просмотров статьи: 34