logo

Муниципальное казенное учреждение

"Управление культуры и молодежной политики"

муниципального района Бураевский район Республики Башкортостан

Версия для слабовидящих

14 декабрь – Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

2020 йыл “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһындағы инициативаһы Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан хуплау тапты һәм Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъекттарында бойомға ашырылды.
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.
Республикабыҙҙа йыл дауамында башҡорт теленә арналған саралар үткәрелеп торды. Бөгөн беҙ ҙә Башкорт теле йылыбыҙҙы йомғаҡлайбыҙ.

 

Колличество просмотров статьи: 5